11 декабрь, Йәкшәмбе

25 ноябрь 2011 йыл, 12:11

Республика врач-физкультура диспансеры әсәләр өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәрә

автор: Эльмира Сабирова

Йома, 25 ноябрҙә, Рәсәйҙә Әсә көнөн билдәләү сиктәрендә Республика врач-физкультура диспансеры әсәләр һәм уларҙың балалары өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәрә.

Был көндө бәләкәстәр һәм уларҙың әсәләре балаға физик тәрбиә биреү, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү, сыныҡтырыу, төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларҙы дауалау буйынса консультациялар ала аласаҡ.

Юғары категориялы табиптар әсәләрҙе 8-15 сәғәттәрҙә ҡабул итәсәк.

Адрес: Өфө ҡалаһы, Блюхер урамы, 1, «Ҡала Советы» туҡталышы, телефондар: 233-01-14, 233-54-70, 235-60-07.