10 декабрь, Шәмбе

25 ноябрь 2011 йыл, 10:42

Өфө Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаларының береһе тип танылды

автор: Алик Шакиров

2010 йылда үткәрелгән «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» исеменә бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Хөкүмәт рәйесе Владимир Путин 2011 йылдың 18 ноябрендәге 2079-р һанлы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ менән дүрт «I категориялы муниципаль берәмек – Рәсәй Федерацияһы субъекттарының административ үҙәктәре булған ҡала биләмәһенә (ҡала округына)» призлы урындар биреү раҫлана. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең беренсе дәрәжә дипломы Бөйөк Новгород ҡалаһына тапшырылды, икенсе дәрәжә дипломды үҙ-ара Өфө менән Новосибирск бүлеште, өсөнсө урынға Саранск, Хабаровск һәм Ижевск ҡалалары лайыҡ булды, тип хәбәр ителә РФ Хөкүмәте сайтында.