4 декабрь, Йәкшәмбе

25 ноябрь 2011 йыл, 10:03

Башҡортостан Президенты студенттарға практика үтергә саҡырыу тапшырҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Кисә биш студент Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә практика үтеү өсөн саҡырыу алды. Саҡырыу ҡағыҙҙарын Стәрлетамаҡта асылған «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» форумында республика Президенты Рөстәм Хәмитов шәхсән үҙе тапшырҙы.

Шулай уҡ 11 йәш белгес республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһына эшкә саҡырыу алды. Уларҙы Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров тапшырҙы.

Әлеге саҡырыу ҡағыҙҙары «Стартҡа хоҡуҡ» проекты сиктәрендә тапшырылды. Ул йәш белгестәр — юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға 100-ҙән артыҡ кеше эшләгән предприятиеларҙа эш урындарын бүлеүҙе күҙ уңында тота.

Йәш кадрҙар юғары курстарҙа стажировка үтә ала. Ҡабул ителгән программа йәш белгестәрҙе Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, «Башнефть», «Уфаоргсинтез», «Башкирэнерго» кеүек предприятиеларға урынлаштырыуҙа булышлыҡ итәсәк.

Өҫтәп китәйек, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, шулай уҡ республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты «Стартҡа хоҡуҡ» проектын әҙерләүселәр булып сығыш яһаны.

Форумда «Рәсәй Һаҡлыҡ банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты һәм «Рәсәй терәге» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә, шулай уҡ «Стартҡа хоҡуҡ» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республика вуздары (ӨДАТУ, ӨДНТУ, БДУ, БДАУ) һәм Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы араһында килешеп эш итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.