5 декабрь, Дүшәмбе

24 ноябрь 2011 йыл, 15:09

Мәләүездә «Киләсәк ҡалаһы. Белем һәм технологиялар трансферы» халыҡ-ара экофорумы үтә

автор: Галина Бахшиева

Мәләүездә «Киләсәк ҡалаһы. Белем һәм технологиялар трансферы» халыҡ-ара экология форумы асылды. Ике көн дауамында бында экологик белем һәм тәрбиә биреү мәсьәләләре, ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу, экологик туризм проблемалары тикшереләсәк. Бынан тыш, сит ил һәм Рәсәй ғалимдары менән әҙерләнгән экологик проекттарҙың презентацияһы үтәсәк.

Экофорумды ойоштороусылар булып республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, «Башҡортостан-Германия» Рәсәй-Германия дуҫлығы йәмғиәте» Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм К.Г.Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара университетының Мәләүездәге филиалы сығыш яһаны.

Төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, форум эшендә Урта һәм Көнсығыш Европа буйынса Фраунхофер үҙәгенең «Трансферттың инновацион системалары» бүлексәһе етәксеһе Штеффен Прайсслер, шулай уҡ республиканың тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары, юғары уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары һәм ғилми учреждениелары вәкилдәре ҡатнаша.