Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡала эшҡыуарҙары бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү мәсьәләләрен тикшерәсәк

Иҡтисад

29 ноябрҙә Өфөлә «Бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам» темаһына түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Сараны ойоштороусылар араһында — Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзы. Эре банкылар, страховкалау компаниялары, бәләкәй һәм урта бизнес, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре сарала ҡатнашыуға саҡырала.

Өфөләге Эшҡыуарҙар союзының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, түңәрәк өҫтәл бәләкәй һәм урта бизнес үҫешенә йоғонто яһаған тармаҡ вәкилдәре араһында конструктив диалог алып барыу өсөн асыҡ майҙансыҡ буласаҡ. Сарала төрлө темалар тикшереләсәк.

Түңәрәк өҫтәл «Респект» компанияһының бизнес үҙәгендә Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1 адресы буйынса үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть