9 декабрь, Йома

24 ноябрь 2011 йыл, 13:39

Башҡортостан вәкилдәре VIII Халыҡ-ара Ҡөрьән уҡыусылар конкурсында ҡатнашасаҡ

автор: Әлим Фәйезов

Бөгөн Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда VIII Халыҡ-ара Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы асыла. Ул ике көн дауам итәсәк. 35 кеше Халыҡ-ара конкурста ҡатнашыу теләген белдергән, тип хәбәр итә конкурстың матбуғат үҙәге.

Сарала ҡатнашыусылар Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Украина, Беларусь, Әзербайжан, Үзбәкстан һәм Тажикстан исеменән сығыш яһаясаҡ. Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Чечня, Ҡабарҙы-Балҡар, Иваново, Томск, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Санкт-Петербург, Пермь крайы Рәсәй Федерацияһы исемен яҡлаясаҡ.

Бәйге ике этапта үтәсәк. Сара Бөтә донъя ислам лигаһының Бөтә донъя хәфиздәр әҙерләү ойошмаһы, шулай уҡ Кувейттың Ислам фәндәре йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ҡөрьән нуры» хәйриә фонды ярҙамында Рәсәй ислам университетының Ҡөрьән хәфиздәре үҙәге менән ойошторола.

Конкурстың беренсе, һайлап алыу, туры бөгөн, 24 ноябрҙә, үтәсәк. Икенсе туры 25 ноябрҙә Ғ.Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһында уҙғарыласаҡ.