11 декабрь, Йәкшәмбе

24 ноябрь 2011 йыл, 12:57

Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы Рәсәйҙең йөҙ иң яҡшы предприятиеһы иҫәбендә

автор: Ольга Мортазина

24 ноябрҙә Мәскәүҙә Рәсәй Президенты эштәре идаралығында илдең йөҙ иң яҡшы предприятиеһын наградлау тантанаһы үтәсәк. «Иң яҡшы мәҙәниәт һәм ял ойошмаһы» номинацияһында «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы почетлы диплом аласаҡ.

Эксперттар Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең төрлө саралар үткәреүҙә ойоштороу һәләтен баһалаған. Атап әйткәндә, Халыҡ-ара заманса хореография фестивале юғары кимәлдә үткән. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы ҡушыуы буйынса, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайының мәҙәни программалар дирекцияһы сараны Британияның «Арт проджект формат А1» фирмаһы менән берлектә ойошторған. Фирманы Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусы Динара Шәймөхәмәтова булдырған.

Жюри Мәҙәниәт йортоноң төбәк-ара хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһен дә иҫәпкә алған. Өфөлә Волга буйы һәм Урал төбәктәренең мәҙәни программалар дирекциялары ассоциацияһын булдырыу тәҡдим ителгәйне. Шулай уҡ «Башҡортостан – асыҡ мәҙәни мөхит» проекты тормошҡа ашырыла.

темалар: наградалар