6 декабрь, Шишәмбе

24 ноябрь 2011 йыл, 12:20

Башҡортостан Президенты Нефтекама ҡалаһы халҡы менән осрашты

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нефтекама ҡалаһы халҡы менән осрашты. Бындай осрашыуҙарҙы ул башҡа ҡалаларҙа ла үткәрә һәм артабан үткәрәсәк, улар халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, бөгөн йәмғиәттең Хөкүмәткә күп һорауҙары бар, шуға күрә республика башлығы халыҡтан айырмалы рәүештә түгел, ә уның менән бергә эшләргә тырыша. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, бөгөн республикала етди үҙгәрештәр талап ителә.

— Дөйөм алғанда республика иҡтисади йәһәттән яҡшы үҫешә, — тине республика башлығы. — Әммә ябай кешене сәнәғәттең һәм ауыл хужалығының процентлы күрһәткестәре ҡыҙыҡһындырмай, кешене кеҫәләге аҡсаһы, эшендәге хәле, балаларының перспективалары булыу-булмауы, медицина учреждениеларының профессиональ хеҙмәтләндереүе ҡыҙыҡһындыра. Ябай кешенең тормошо нәҡ ошондай һорауҙарҙан ғибәрәт.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, ул Башҡортостандың илдең сәскә атҡан һәм сағыу төбәктәренең береһе булып китеүенә ынтыла, һәм уның быны тормошҡа ашырыу өсөн пландары ла бар. Улар ҡатмарлы түгел – яңы эш урындарын булдырыу, бының өсөн яңы предприятиелар талап ителә. Әммә быға аҡса кәрәк. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, реаль үҫеш өсөн республиканың йыллыҡ бюджеты 120 түгел, кәм тигәндә 150 миллиард һум тәшкил итергә тейеш, йәғни өҫтәп йәнә 30 миллиард һум кәрәк.

Республика башлығы хәбәр итеүенсә, 2012 йылда Башҡортостанда бөтә өлкәләрҙә лә (ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү, химия сәнәғәте) бер нисә эре һәм 15-ләп уртаса производство булдырыласаҡ. Перспективалы Нефтекамала ла инвесторҙар көтөлә.

Президент балалар баҡсаларында урындар етмәү темаһын да ҡуҙғатты. Республика буйынса – 50 мең, Нефтекамала 5 меңгә яҡын урын етешмәй, һәм был проблема хәл ителә. Республика башлығы һүҙҙәре буйынса, быйыл ҡалала ике балалар баҡсаһы төҙөлгән, һәр береһендә — 220-шәр урын. Алдағы 2-2,5 йыл эсендә Нефтекамала алты мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөләсәк. Шулай итеп, ҡалала 1,5 мең урын булдырыласаҡ, был биналарҙы төҙөү өсөн яҡынса 800 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шулай уҡ ҡалаға һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу өсөн 250 миллион һум бүленәсәк, бындай аҡсалар Нефтекаманың был өлкәһенә 20 йыл бүленгәне юҡ.

Әлеге ваҡытта ҡалала йорт алды территориялары реконструкциялана. Быйыл Нефтекама ихаталарҙы ремонтлауға 25 миллион һум аҡса алған. Бер ихатаны ремонтлау өсөн миллион һум аҡса кәрәк, ә Нефтекамала 200 ихатаға ремонт талап ителә. Республика етәкселеге был мәсьәләне дүрт-биш йыл эсендә хәл итергә планлаштыра.

Рөстәм Хәмитов халыҡ өсөн эшләү, кешеләрҙең ышанысын юғалтмау уның төп бурысы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Нефтекама ҡалаһы халҡы Башҡортостан Президентына ҡаланы һәм республиканы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүгә бәйле һорауҙарын бирҙе.