3 декабрь, Шәмбе

24 ноябрь 2011 йыл, 9:54

Рөстәм Хәмитов Нефтекамала проблемалы йорт төҙөлөшөн тикшерҙе

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

23 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарына эш сәфәре барышында Нефтекама ҡалаһында булды.

Республика башлығы оҙаҡ төҙөлөүсе 18 ҡатлы 130 фатирлы йорт төҙөлөшөн тикшерҙе. 2009 йылда объектта эштәр туҡтатылған. Бының һөҙөмтәһендә объектты финанслауҙа өлөшләтә ҡатнашыусы 31 кеше вәғәҙә ителгән торлаҡты һатып ала алмаған. Ағымдағы йылдың сентябрендә төҙөлөш ҡайтанан тергеҙелгән, һәм йәнә төҙөлөш бригадалары эшләй башлаған.

Йортто ағымдағы йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Әлеге ваҡытта уға инженер селтәрҙәре үткәрелгән, йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү эштәре башлана. Йортто сафҡа индергәндән һуң, бер квадрат метры хаҡы 27 мең һум тәшкил итәсәк.

Рөстәм Хәмитов райондағы социаль инфраструктура менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, яңы йорт эргәһендә быйыл 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған. Быға тиклем мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары Нефтекамала 20 йыл элек төҙөлгән, ә 2011 йылда ҡалала ике заманса балалар баҡсаһына нигеҙ һалынған, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.