8 декабрь, Кесе йома

23 ноябрь 2011 йыл, 17:57

Башҡортостанда йәшәү минимумы күләме билдәләнде

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдың 23 ноябрендәге 419-сы ҡарары менән республикала III кварталдың айына уртаса йән башына һәм халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәре буйынса йәшәү минимумы күләме билдәләнде.

Йән башына иҫәптә йәшәү минимумы күләме күрһәтелгән осор эсендә — 5484 һум, эшкә яраҡлы халыҡ өсөн – 5861 һум, пенсионерҙар өсөн – 4471 һум, балалар өсөн – 5374 һум тәшкил итте, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.