6 декабрь, Шишәмбе

23 ноябрь 2011 йыл, 17:34

Республиканың баш ҡалаһында иң яҡшы уҡытыусылар ассоциацияһы булдырыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә иң яҡшы уҡытыусылар ассоциацияһы булдырыласаҡ. Унда ҡала, төбәк һәм бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурстарында еңеүселәр, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиада призерҙары остаздары, тикшеренеүсе уҡытыусылар инәсәк. Ассоциация маҡсаттары – белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең профессиональ компетентлығын күтәреү, педагогтарҙың инновацион тәжрибәһен йәйелдереү буйынса эшмәкәрлекте көйләү, мәғариф үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү юлдарын асыҡлау. Был хаҡта баш ҡала Мәғариф идаралығының Фәнни-мәғлүмәт методик үҙәгенән хәбәр иттеләр.

— Бындай ассоциациялар бөтә тиерлек төбәктәрҙә лә бар, — тип хәбәр итте Фәнни-мәғлүмәт методик үҙәге директоры Вариса Асабина. – Ойошманы булдырырға уҡытыусылар үҙҙәре тәҡдим итте. Был төбәк педагогтарына ҙур ярҙам буласаҡ. Ассоциацияға инәсәк уҡытыусыларҙың уникаль тәжрибәһе бар.

Инициативалы төркөм кәңәшмәһе кесе йома, 24 ноябрҙә, Өфө хакимиәтенең Ҙур залында үтәсәк. Башлана – 17 сәғәттә.

Ойоштороу мәсьәләләренән тыш, I Башҡортостан Республикаһы баш ҡалаһының иң яҡшы уҡытыусылар ассоциацияһы форумын әҙерләү һәм үткәреү ҙә тикшереләсәк.