3 декабрь, Шәмбе

23 ноябрь 2011 йыл, 16:34

Өфөлә Бөтә донъя спорт уйындары үтәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

2021 йылда Өфөлә Бөтә донъя спорт уйындарын үткәреү планлаштырыла. Был хаҡта Ағиҙел ҡалаһы халҡы менән осрашыу барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Республика Президенты билдәләүенсә, Бөтә донъя спорт уйындары – Олимпия уйындарына оҡшаш, тик уларҙың программаһына олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре инә. Бөгөнгө көндә олимпия уйындарына индерелгән 45 спорт төрө теркәлгән, ә Бөтә донъя спорт уйындары программаһына 100-гә яҡын спорт төрөн индереү планлаштырыла.

Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя спорт уйындарын үткәреү перспективалары тураһында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевҡа уның Башҡортостандың баш ҡалаһына визиты барышында хәбәр иткән. Шулай уҡ республика Президенты ил башлығын алдағы ике-өс һәм хатта ун йылға төбәк пландары менән таныштырған. Рөстәм Зәки улы фекеренсә, ил Президентының беҙгә визиты федераль үҙәктең республикаға ҡарата яҡшы мөғәмәләлә булыуы хаҡында һөйләй.

темалар: бр президенты