7 декабрь, Шаршамбы

23 ноябрь 2011 йыл, 16:04

Рөстәм Хәмитов Ағиҙел ҡалаһы халҡы менән осрашты

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ағиҙелгә эш сәфәре барышында ҡала халҡы менән осрашты. Ағиҙелдәге иҡтисади хәл осрашыуҙың төп темаһы булып торҙо – ҡалала атом электростанцияһы төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылған.

— Беҙҙең өсөн Ағиҙел яҙмышы мөһим, шуға күрә мин бында, — тине республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов ҡала халҡына республикалағы хәл тураһында һөйләне, сәнәғәт, ауыл хужалығы, торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү йәһәтенән хәлдең тотороҡло булыуын билдәләне. Үткән йылдан башлап Башҡортостан етәкселеге халыҡ өсөн бизнес менән шөғөлләнергә мөмкинлектәр булдырыуға, предприятиеларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы сәйәсәт башланы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты. Күп йылдар дауамында республикала айырымланғанлыҡ идеяһы өҫтөнлөк итте, барлыҡ мәсьәләләрҙе лә үҙебеҙ хәл итә алабыҙ, тигән фекер йөрөнө. Был ваҡытта башҡа төбәктәр тиҙ үҫеште. Һөҙөмтәлә Башҡортостан иҡтисады тотҡарланып ҡалды.

— Хәлде көйләү өсөн бөгөн яңы предприятиелар, инвестициялар кәрәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Шуға күрә республика асыҡлыҡ сәйәсәте хаҡында иғлан итте.

Башҡортостан Президенты инвесторҙар өсөн һалым буйынса ташламалар тураһында Указға ҡул ҡуйҙы, был ташламалар 2012 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, 2012 йылда өс-дүрт яңы предприятие төҙөлә башлаясағы аныҡ билдәле.

Рөстәм Хәмитов республика килемдәренең дүрттән бер өлөшө яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларына тура килеүен билдәләне.

Президент республикалағы ижтимағи-сәйәси хәл менән дә таныштырҙы. Уның фекеренсә, барлыҡ власть структуралары өсөн кеше төп өҫтөнлөк булып торорға тейеш.

— Беҙ власты халыҡҡа ҡаратырға тейешбеҙ, кеше – азат булырға, ә власть уны һаҡларға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Зәки улы. – Мин үҙ өлгөмдә властың халыҡ менән аралашырға тейешлеген күрһәтергә теләйем.

Ағиҙел халҡы республика Президентына атом электростанцияһы төҙөлөшөнә, ҡаланы иҡтисади йәһәттән үҫтереү перспективаларына, спорт ойошмаларына ҡағылышлы һорауҙарын бирҙе.