9 декабрь, Йома

23 ноябрь 2011 йыл, 14:55

М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла I Халыҡ-ара йәш ғалимдар мәктәп-конференцияһы үтә

автор: Эльмира Сабирова

I «Спорт: медицина, генетика, физиология, биохимия, педагогика, психология һәм социология» Халыҡ-ара йәш ғалимдар мәктәп-конференцияһы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында асылды.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, форум Мәскәү, Ҡазан, Омск, Силәбе ҡалаларынан, шулай уҡ Беларусь Республикаһы һәм Украинанан спорт индустрияһы профессионалдарын йыйған. Үҙ тәжрибәһе менән ғилми үҙәк һәм университет хеҙмәткәрҙәре генә түгел, спортсылар һәм тренерҙар ҙа уртаҡлашасаҡ.

Мәктәп программаһында Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы ғалимдарының лекциялары ҡаралған. Улар менән бер рәттән үҙ проекттарын йәш ғалимдар, аспиранттар һәм студенттар тәҡдим итәсәк.

Пленар ултырыш, түңәрәк өҫтәлдәр, секциялар эшенән тыш, спорт ярыштары ла планлаштырыла. Мәҫәлән, кесе йома, 24 ноябрҙә, халыҡ-ара шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының яңы спорт-һауыҡтырыу комплексында бер юлы ғилми конференцияла ҡатнашыусылар һәм сара ҡунаҡтары менән шашка буйынса көс һынашасаҡ.

Сараны Беларусь Республикаһы Милли фәндәр академияһының Биоорганик химия институты менән берлектә БДПУ үткәрә.