10 декабрь, Шәмбе

23 ноябрь 2011 йыл, 13:02

Рөстәм Хәмитов аграрийҙарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

— Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө сираттағы тармаҡ байрамдарының береһе генә түгел, — тине ауыл хеҙмәтсәндәренең һөнәри байрамына арналған тантаналы йыйылышта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн беҙ ауыл хеҙмәтсәндәрен тәбрикләйбеҙ, уларҙың хеҙмәте халыҡ өсөн үтә лә мөһим.

Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы йылының йомғаҡтары хаҡында һөйләне. Ул республикабыҙҙың күп күрһәткестәр буйынса илдә беренсе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостан һөт, бал, ҡымыҙ етештереү, ат, эре мал иҫәбе буйынса алдынғылыҡты бирмәй.

Башҡортостанда етештерелгән продукцияның сифаты юғары булыу сәбәпле республика шәкәре һәм оно, ярмалары һәм көнбағыш майы ысын мәғәнәһендә брендтарға әүерелде, тип билдәләне республика башлығы.

Президент ауыл кешеләре хеҙмәтенең еңел булмауы хаҡында әйтте.

— Ауыл хужалығы – йылы ҡыйыҡ аҫтындағы завод конвейеры түгел. Ул күпселек йәһәттән һауа шарттарынан тора, — тине республика башлығы. – Быға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы етештереүселәренә ваҡытында ярҙам итеү тармаҡтағы хәлде көйләргә генә түгел, алға китергә лә мөмкинселек бирҙе.

Ун ай һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығының тулайым продукция күләме 96 миллиард һумға етте.

Башҡортостан игенселәре быйыл мул уңыш үҫтерҙе: 3,2 миллион тонна ашлыҡ, 1,4 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, 260 мең тоннанан артыҡ көнбағыш йыйып алынды, тип билдәләне Рөстәм Зәки улы.

Президент ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән предприятиеларҙы билдәләне. Улар араһында – Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Ауырғазы, Илеш, Мәләүез, Дәүләкән, Дүртөйлө райондарының ауыл хужалығы предприятиелары.

Республика башлығы ауыл хужалығын үҫтереүгә Башҡортостан ҡаҙнаһынан байтаҡ аҡса бүленеүен, күпләп техника һатып алыныуын билдәләне. Шулай уҡ ул тармаҡты үҫтереү стратегияһын булдырыу кәрәклеге хаҡында әйтте.

Рөстәм Хәмитов ауыл хеҙмәтсәндәренә дәүләт ярҙамы саралары хаҡында һөйләне. Улар республиканың иген баҙарындағы хәлде көйләргә ярҙам итте.

Ошо маҡсаттарҙа республикала Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү урта сроклы комплекслы программалар ҡабул ителде.

— Был төбәктәргә ҙур финанс ресурстарын йүнәлтеү планлаштырыла, — тине Рөстәм Хәмитов. – Был күләмдәрҙең өстән бер өлөшө республика бюджетынан бүленәсәк.

Президент төп етештереү күрһәткестәре хаҡында һөйләне. Бөгөн хужалыҡтарҙың барлыҡ категорияларында 1 миллион 280 мең баш эре мал иҫәпләнә. Был үткән йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестәрҙән 10 процентҡа кәмерәк. Республика башлығы хәлде көйләү маҡсатында күрелгән саралар хаҡында һөйләне.  

Башҡортостан Президенты тармаҡта тормошҡа ашырылған эре инвестиция проекттары, «500 ферма» һөт-тауар фермаларын яңыртыу программаһы, фермер хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү, шәхси хужалыҡтарға ярҙам итеү тураһында һөйләне. Шулай уҡ ул һарыҡсылыҡты үҫтереү кәрәклеге хаҡында әйтте.

— Ыңғай динамикаға ҡарамаҫтан, дөйөм алғанда ауыл хужалығын яңыртыу зарур, — тип билдәләне төбәк башлығы. – Күп кенә мәсьәләләр әле хәл ителмәгән.

Ауыл ерендәге проблемалар – социаль инфраструктура үҫешенең түбән кимәлдә булыуы. Һәм, әлбиттә, түбән эш хаҡы. Президент йәш белгестәрҙе ауылдарға йәлеп итеү өсөн дәүләт ярҙамы хаҡында һөйләне. Был ярҙамды 400-ҙән ашыу белгес алған.

Ауыл хеҙмәтсәндәренең һөнәри байрамына арналған тантаналы йыйылышта иң яҡшы хеҙмәт алдынғыларына наградалар тапшырылды, бынан һуң улар өсөн концерт ойошторолдо.