8 декабрь, Кесе йома

23 ноябрь 2011 йыл, 11:08

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһында сенатор Анатолий Бондарук менән осрашыу үтте

автор: Любовь Колоколова

«Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һәм муниципаль берәмектәрҙең контроль-иҫәп органдарын ойоштороуҙың һәм улар эшмәкәрлегенең дөйөм принциптары тураһында» федераль законды ҡабул итеү айҡанлы Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы әлеге закон положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса төрлө саралар үткәрә.

Кисә республиканың Контроль-иҫәп палатаһы коллективы Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы – Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт башҡарма власы органы вәкиле, Федерация Советының РФ Иҫәп палатаһы менән килешеп эш итеү буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Анатолий Бондарук менән осрашты.

Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында тышҡы дәүләт финанс контроле үҫешенең, был өлкәлә ҡануниәтте камиллаштырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре, шулай уҡ муниципаль контроль-иҫәп органдарын ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.

— Әлеге федераль законды ҡабул итеү дәүләт финанс контроле үҫешенең яңы кимәлен билдәләне. Әгәр быға тиклем контроль-иҫәп органдары эшмәкәрлеген ойоштороуҙа һәм уларҙың хоҡуҡтарын билдәләүҙә хәл ителмәгән мәсьәләләр булһа, хәҙер улар төбәк кимәлендә лә яңы федераль законда сағылыш тапты, — тип билдәләне үҙенең сығышында Анатолий Моисеевич. – Дәүләт финанс контроле һәм коррупция менән көрәш өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен камиллаштырыу көнүҙәк булып ҡала.

Осрашыу конструктив диалог шарттарында үтте, уның барышында Анатолий Бондарук сенатор булараҡ үҙенең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, Контроль-иҫәп палатаһы хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.