8 декабрь, Кесе йома

23 ноябрь 2011 йыл, 10:02

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы Гран-прийын Сибайҙан Нурғәли Кәйекбирҙин яуланы

автор: Эльмира Сабирова

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға республика ҡурайсылар конкурсы Гран-прийын Сибайҙан Нурғәли Кәйекбирҙин яуланы. «Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, ижади бәйге Хәйбулла районында үткәрелде. Унда республиканың 17 районынан һәм 6 ҡалаһынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең Александровка районынан 31 ҡурайсылар ансамбле (20 балалар һәм 11 өлкәндәр), 85 башҡарыусы (50 солист – 16 йәшкә тиклем, 30 солист – 16 йәштән өлкәнерәк) ҡатнашты.

Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, 1978 йылда Йомабай Иҫәнбаев призына I  республика ҡурайсылар конкурсында беренсе урын яулаусы Юлай Ғәйнетдинов етәкселегендәге жюри составына республиканың билдәле ҡурайсылары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре инде.

Һөҙөмтәләр буйынса 16 йәшкә тиклемге ансамблдәр араһында киләһе ике коллектив беренсе урынға лайыҡ булды: Учалы районынан Ҡунаҡбай балалар сәнғәт мәктәбенең «Толпар» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Шәфҡәт Йосопов) һәм Сибайҙан «Ирәндек» ансамбле (етәксеһе Илдар Хәсәнов).

«16 йәштән өлкәнерәк ансамблдәр» номинацияһында беренсе урынды шулай уҡ ике коллектив яуланы: Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Илшат Солтангәрәйев) һәм Салауат музыка колледжының «Төньяҡ амурҙары» халыҡ ансамбле (етәксеһе Азамат Алламоратов).

«16 йәшкә тиклемге солистар» номинацияһында өфөлөләр – Айназ Низаметдинов һәм Әлмир Сурин беренсе булды.

16 йәштән өлкәнерәк солистар араһында шулай уҡ ике ҡурайсы беренсе урынға лайыҡ булды: Өфөнән Венер Йылҡыбаев һәм Ғафури районынан Рәмил Ҡотдосов.

Конкурста ҡатнашыусылар араһында Учалы районынан 7 йәшлек Иштимер Йосопов иң йәше булды. Иң өлкәне – Бөрйән районынан билдәле башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы Дәүләтбай Рәхмәтуллин, уға 74 йәш.

Бәйгене ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы, Хәйбулла районы хакимиәте.

темалар: конкурстар