Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Дума мандаттарына 92 кандидат көрәшә

Йәмғиәт

Башҡортостанда Дума мандаттарына әлеге һайлау марафонында ҡатнашыусы барлыҡ сәйәси партияларҙан 92 кандидат көрәшә. Өфөлә территориаль һайлау комиссияһы рәйестәре кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев хәбәр итеүенсә, уларҙың 88-е Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа тәүгә ҡатнаша, дүртәүһе – ғәмәлдәге Дума депутаттары. 67 кандидат – Башҡортостанда тыуған һәм әлеге ваҡытта республикала йәшәй. 80 кандидат юғары белемгә эйә. Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттарҙың туғыҙы – 60 йәштән олораҡ, 13-ө — 30-ҙан йәшерәк. Дума мандаттарына дәғүә итеүселәр араһында көслө зат вәкилдәре өҫтөнлөк итә, 92 кандидаттан 12-һе – ҡатын-ҡыҙ.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть