10 декабрь, Шәмбе

22 ноябрь 2011 йыл, 16:42

Өфөлә ветерандар ойошмалары әсәләрҙе ҡотлаясаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфө гарнизонының Офицерҙар йортонда шаршамбы, 23 ноябрҙә, «Әсә исемен йөрөткән кешене беҙ мәңге данлаясаҡбыҙ» сараһы үткәреләсәк. Ойоштороусылар – республиканың ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге һәм Өфөнөң ветерандар ойошмалары.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, сараға 80 әсә — локаль ҡораллы конфликттарҙа һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың әсәләре, һәләк булған Ватанды яҡлаусыларҙың тол ҡатындары һәм әсәләре саҡырылған.

Социаль-психологик ярҙам үҙәге, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте, «Хәрби туғанлыҡ», «Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары союзы», Башҡортостан буйынса «Ҡанатлы гвардия», «Батыр» йәмәғәт ойошмалары, һуғыш ветерандарының ҡала госпитале поликлиникаһы вәкилдәре, һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары сараға йыйылыусыларҙы Әсә көнө менән ҡотлаясаҡ.

Рәсми өлөштән һуң Ленин районының «Кредо» балалар ижады үҙәге, Офицерҙар йорто, «Александр Невский» православие хәрби-патриотик ойошмаһының ижади коллективтары ҡатнашлығында концерт ойоштороласаҡ.

темалар: әсә көнө