Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың иң яҡшы аграрийҙарына наградалар тапшырҙы

Иҡтисад

— Быйыл башҡарған эшебеҙ бик әһәмиәтле, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, наградлау тантанаһында ауыл хеҙмәтсәндәренең эшенә баһа биреп. – Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешелде.

Республика Президенты, ауыл хужалығындағы хәлде психологик, ойоштороу йәһәтенән дөйөм алғанда үҙгәртеүгә ирештек, тип белдерҙе. Ауыл кешеләре властың ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙа алыуын, кәрәкле технологик сараларҙы үткәрә алыуын күрҙе.

Республика башлығы ауыл хеҙмәтсәндәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға күрә ауыл хужалығы өлкәһендәге һөҙөмтәләр ҙә яҡшы.

— Бөгөн беҙ кешеләрҙең күҙенә тыныс ҡарай алабыҙ: беҙҙән торғандың барыһын да эшләй алдыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Насар һауа торошо, техника етмәү менән бәйле проблемаларҙы йырып сыҡтыҡ, финанс ресурстар етмәү мәсьәләһен дә хәл итәбеҙ.

Президент был эштә ҡатнашыусыларҙың барыһына, эште дауам итәсәк аграрийҙарға рәхмәтен белдерҙе.

— Беҙ бергәләп эшләйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Зәки улы.

Башҡортостан Президенты алдағы ҡышҡа республиканың мал аҙығы менән тәьмин ителеүен билдәләне. Шул уҡ ваҡытта республика башлығы агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәре алдына киләсәктә һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы уңыш алыуға өлгәшеү бурысын ҡуйҙы.

— Был еңел түгел һәм тармаҡты артабан яңыртыуҙы, өҫтәмә ресурстар йәлеп итеүҙе талап итә, — тип иҫәпләй Президент. – Бындай күләмле эште үҙаллы эшләп өйрәнергә кәрәк.

Рөстәм Хәмитов республиканың агросәнәғәт комплексының иң яҡшы вәкилдәренә наградалар тапшырҙы. Халыҡтар дуҫлығы орденын Башҡортостан башлығы ҡулынан алты ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе алды.

Наградланыусылар исеменән республика башлығына аграрийҙар хеҙмәтен юғары баһалағаны өсөн Мәләүез районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Сибәғәт Ғәйнуллин рәхмәтен белдерҙе. Ул быйыл хужалыҡтың мул уңыштар алыуы хаҡында һөйләне. Ваҡытында күрһәтелгән дәүләт ярҙамының мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Бындай ярҙамдан һуң насар эшләүе лә оят булыр ине, — тине Халыҡтар дуҫлығы орденын алыусы.

Башҡортостан Президентының рәхмәт һүҙҙәренә һәм наградаларға йәмғеһе 50 агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәне лайыҡ булды.

— Беҙгә илдең власть органдары, дәүләт етәкселәре ярҙам итә, — тине Рөстәм Хәмитов, аграрийҙарға мөрәжәғәт итеп. – Беҙҙең республикаға Дмитрий Анатольевич Медведевтың килеүе киләһеләрҙе күрһәтте: беҙгә барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итә алған көслө төбәккә ҡараған кеүек ҡарайҙар, ҙур ышаныс белдерәләр.

Рәсәй Президенты исеменән Рөстәм Хәмитов ауыл хеҙмәтсәндәренә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть