3 декабрь, Шәмбе

22 ноябрь 2011 йыл, 12:49

Ғафури районында Жәлил Кейекбаев тураһында конференция үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле башҡорт ғалим-тюркологы, телсе, яҙыусы, профессор Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Был форум ғалим юбилейына арналған сараларҙың аҙаҡҡыһы булды. Ойоштороусылар – Ғафури районы хакимиәте, Сәйетбаба ауыл советы, «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге. Конференцияла дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, яҙыусылар, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары һәм район мәктәптәре уҡытыусылары, республика матбуғаты вәкилдәре, шулай уҡ профессорҙың улы – Дәүләт Думаһы депутаты Морат Кейекбаев ҡатнашты.

Әҙәбиәт, шиғриәт, драматургия үҫешенә индергән өлөшө өсөн, рухи-әхлаҡи традицияларҙы тергеҙгәне, һаҡлап ҡалғаны, нығытҡаны өсөн күптәргә Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар тапшырылды, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рауил Лоҡманов. Улар араһында — яҙыусылар Кәбир Аҡбашев менән Лира Яҡшыбаева, журналист, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Вилдан Шәрипов. Ж.Кейекбаевтың 5 телдә (рус, башҡорт, төрөк, инглиз, немец) донъя күргән «Урман әкиәттәре» йыйынтығын нәшер итеүселәр һәм тәржемә итеүселәр, шулай уҡ профессор мираҫын һаҡлап ҡалғандары өсөн башҡорт теле уҡытыусылары почет грамоталары менән бүләкләнде.

Делегаттар Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә асыҡ дәрестәр ҡараны, уҡыусылар һәм педагогтарҙың эштәре тәҡдим ителгән тематик күргәҙмә менән танышты. Бынан һуң улар ғалимдың тыуған ауылы – Ҡаранйылғаға юлланды, унда сарала ҡатнашыусылар Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейын ҡараны.

Форум сиктәрендә ҡунаҡтарға Ж. Кейекбаев хикәйәләре һәм әкиәттәре буйынса ҡуйылған театрлаштырылған тамашалар тәҡдим ителде.