6 декабрь, Шишәмбе

22 ноябрь 2011 йыл, 12:16

Республикала онға хаҡ төшә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Йыл аҙағына тиклем республикала онға хаҡ күтәрелмәйәсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. Киреһенсә, етештереүселәр быйылғы мул уңышты иҫәпкә алып, уға һатыу хаҡын кәметә. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ураҡ йомғаҡтары буйынса республика аграрийҙары 3 миллион 200 тоннанан ашыу иген алған.

Аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, юғары сортлы онға һатыу хаҡы йыл башынан алып 30-60 процентҡа төшкән. Беренсе сорттағы он — 25-55 процентҡа, ә һурҙырылған һәм иләнгән арыш оно 13-26 процентҡа арзанайған. Шул уҡ ваҡытта аҙыҡ-түлек етештереү өсөн файҙаланылған бойҙайға һәм электр энергияһына хаҡтар күтәрелеүе арҡаһында һатыу хаҡтарының да артыуы ихтимал.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙә магазин кәштәләрендә республика буйынса уртаса алғанда бер килограмм бойҙай ононоң хаҡы 18 һум 1 тингә тиң булған. Ике айҙа ул бер һумға тиерлек арзанайған. Әле аҡ икмәктең килоһы  — 27,11 һум, арыш һәм арыш ҡатыш бойҙай икмәге 27,18 һум тора.