4 декабрь, Йәкшәмбе

22 ноябрь 2011 йыл, 12:03

«Көнсығыш факторы» халыҡ-ара конкурсы: һәләтле йәш дизайнерҙар талап ителә

автор: Галина Бахшиева

Иртәгә, 23 ноябрҙә, Өфөлә VII «Көнсығыш факторы» халыҡ-ара йәш дизайнерҙар конкурсы асыласаҡ. Унда 100-гә яҡын модельер-дизайнер, интерьер дизайнеры һәм фоторәссам ҡатнашасаҡ. Конкурстың халыҡ-ара статусын иҫәптә тотоп, яҡын сит илдәрҙән, Европа һәм Американан йәш таланттарҙы йәлеп итеү планлаштырыла.

«Көнсығыш факторы» бәйгеһе мәғариф һәм мәҙәниәт үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре сиктәрендә үткәрелә. Мода һәм дизайн өлкәһендә һәләтле йәштәрҙе асыҡлау сараның төп маҡсаты булып тора.

«Көнсығыш факторы-2011» программаһында – модельер-дизайнерҙар, тирә-яҡ мөхит дизайнерҙары һәм фоторәссамдар араһында конкурстар үткәреү. Шәмбе, 26 ноябрҙә, тимер юл вокзалының ҙур залында конкурстың йомғаҡлау сараһы үткәреләсәк.

Конкурсты Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы, «100 лиц» модель агентлығы, «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексы һәм «Правда» клубы ойоштора.