6 декабрь, Шишәмбе

22 ноябрь 2011 йыл, 11:52

БЮТ һәм «Вся Уфа» телепроекттары «ТЭФИ-Төбәк 2011» һындарына лайыҡ булды

автор: Сергей Захаров

Сочи ҡалаһында «ТЭФИ-Төбәк 2011» телевизион конкурсы еңеүселәрен наградлау тантанаһы үтте.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади командаһы быйылғы йылда төбәк телевидениеһындағы иң яҡшы күңел асыу программаһы тип танылған «Планеталар парады» программаһы өсөн «Орфей» алды.  

Ә «Вся Уфа» продюсерлыҡ үҙәгенә командаһына «ТЭФИ» миллионлы халҡы булған ҡалала сыҡҡан иң яҡшы аҙналыҡ мәғлүмәт программаһы өсөн бирелде.

Белешмә өсөн. «ТЭФИ-Төбәк 2011» конкурсының финалы Сочи ҡалаһында 18-нән 21 ноябргә тиклем үтте. Унда Рәсәйҙең 80 ҡалаһы һәм тораҡтарынан 150-нән ашыу телекомпания ҡатнашты. Профессиональ жюри конкурсанттарҙың 500-ҙән ашыу эшен тикшергән: «Репортер» номинацияһында 50-нән ашыу материалды, 42 төп мәғлүмәт программаларының эшен, 40-лаған телевизион документаль фильмдарҙы, 20 балалар тапшырыуын һәм 30-ҙан ашыу күңел асыу программаһын баһалаған.