9 декабрь, Йома

22 ноябрь 2011 йыл, 11:09

Башҡортостанда «Киләсәк ҡалаһы. Белем һәм технологиялар трансферы» халыҡ-ара экофорумы үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Мәләүездең Ҡала мәҙәниәт һарайында 24-нән 25 ноябргә тиклем «Киләсәк ҡалаһы. Белем һәм технологиялар трансферы» халыҡ-ара экологик форумы үтәсәк. Форумда ҡатнашыусылар экологик белем биреү һәм тәрбиә мәсьәләләрен, ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу, экологик туризм проблемаларын тикшерәсәк.  Һәр мәсьәлә буйынса сит ил һәм Рәсәй ғалимдары менән әҙерләнгән проект-презентациялар күрһәтеләсәк.

Мәҫәлән, профессор Андреа Хайльман — ГАРЦ Ғәмәли фәндәр институтының «Тотороҡло үҫеш өсөн белем биреү» презентацияһын, иҡтисади фәндәр кандидаты Владимир Фридланд Европа илдәрендә экология өлкәһендәге эксперттарҙың квалификацияһын күтәреү буйынса INAMT халыҡ-ара идара һәм технологиялар академияһы программаһын тәҡдим итәсәк.

Экофорумдың ойоштороусылары булып республиканың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы, «Башҡортостан-Германия» Рәсәй-Германия дуҫлығы йәмғиәте» Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм К.Г.Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара университетының Мәләүездәге филиалы сығыш яһаған.

— Форум эшендә Германия Федератив Республикаһының Екатеринбургтағы генераль консулы Рената Шимкорайт, Урта һәм Көнсығыш Европа буйынса Фраунхофер үҙәгенең «Трансферттың инновацион системалары» бүлексәһе етәксеһе Штеффен Прайсслер, республиканың тәбиғәтте һаҡлау ведомстволарының, юғары уҡыу йорттарының, йәмәғәт ойошмалары һәм ғилми учреждениеларҙың вәкилдәре ҡатнашасаҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына төбәктәге Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.