Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

«Каруанһарай» Өфөлә Яңы йыл алды байрамдарына старт бирҙе

Йәмғиәт

«Каруанһарай» сауҙа-эш комплексында (www.gostinka.com) «Аждаһаларҙың Яңы йыл алды слеты» күңел асыу һәм байрамдар индустрияһы профессиональ күргәҙмәһе үтте. Сара ҡалала уҙғарылған тәүге Яңы йыл алды сараһы булды.

«Аркада» идара итеү компанияһының маркетинг һәм реклама бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмә сиктәрендә «Аждаһалар парады» республика хәйриә йәрминкәһе үтте, унда Башҡортостандың социаль приюттарында тәрбиәләнеүсе балалар тарафынан эшләнгән изделиелар тәҡдим ителде. Сара йәмәғәтселек иғтибарын социаль етемлек проблемаларына йәлеп итеү һәм етем балалар өсөн йәмғиәттә уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында үткәрелде.

Бынан тыш, баш ҡаланың иң яҡшы аниматорҙарының уйын программалары үтте, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры спектакль ҡуйҙы, иң яҡшы ҡул эштәре авторҙарын бүләкләү тантанаһы һәм «Оҫталар ҡалаһы» ҡул эштәре изделиелары күргәҙмә-йәрминкәһе уҙғарылды.

Проект инициаторҙары — «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексының идара итеү компанияһы, Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Тамыр» балалар телеканалы, «Мәрхәмәт» хәйриә фонды, «Үҫеш технологияһы» имидж-компанияһы һәм Социаль сәйәсәт менеджерҙары ассоциацияһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть