5 декабрь, Дүшәмбе

22 ноябрь 2011 йыл, 10:15

Балаҡатай районында ергә хоҡуҡтарын теркәргә теләүселәрҙең иҫәбе арта

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

БР буйынса Кадастр палатаһының Балаҡатай районы буйынса территориаль бүлексәһе менән Атарша ауылында граждандарҙың ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге уртаҡ милектәге ер участкаларындағы өлөшөнә хоҡуҡтарын дәүләт теркәүенә күсмә документтар ҡабул итеү ойошторолдо. Башҡортостан буйынса Кадастр палатаһында әйтеүҙәренсә, бындай граждандарҙы ҡабул итеү Балаҡатай районының Атарша ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте үтенесе буйынса ойошторолған.

Халыҡҡа планлаштырылған документтар ҡабул итеү үткәрелеүе тураһында алдан хәбәр ителгән. Сара башланыуға тораҡ пункттағы пайсыларҙың исемлеге төҙөлгән. Ер участкаларына хоҡуҡтарын теркәргә теләүселәр күп килгән. Дөйөм милекте теркәүгә йәмғеһе 68 документтар пакеты тапшырылған.

Күсмә ҡабул итеү ауыл халҡында ыңғай тәьҫораттар ҡалдырған.