Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр араһында «Экология һәм фәнни-техник прогресс» конкурсы үтә

Йәмғиәт

Балалар һәм үҫмерҙәр араһында «Экология һәм фәнни-техник прогресс» республика компьютер эштәре интернет-конкурсы 1 декабргә тиклем дауам итәсәк. Унда 9-18 йәшлек өҫтәмә белем биреү учреждениеларында уҡыусы балалар ҡатнаша ала.

Балалар ижадын популярлаштырыу һәм үҫмерҙәрҙе йәмғиәтебеҙҙең экология һәм фәнни-техник прогресс проблемаларына йәлеп итеү, балаларҙа мәғлүмәт һәм компьютер технологиялары өлкәһендә ижади ҡыҙыҡһыныу уятыу, үҫмерҙәрҙә интернет технологиялары һәм компьютерлы графика менән эш итеү һәләтен тәрбиәләү, ижади бәйләнештәрҙе үҫтереү, республиканың компьютер мәктәптәре һәм студиялары араһында тәжрибә уртаҡлашыу сараның төп маҡсаттары булып тора.

Интернет-конкурс алты номинация буйынса үткәрелә.

1-5 декабрҙә һайлап алыу этабы үткәреләсәк. Бынан һуң һәр номинацияла бишәр эш финалға һайлап алынасаҡ, йомғаҡлау сараһы 8 декабрҙә онлайн режимда эштәрҙе яҡлау форматында (жюри һорауҙарына яуап биреү) үтәсәк. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 13 декабрҙә уҙғарыласаҡ.

Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Республика балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәге.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән 272-60-65 телефоны буйынса танышырға була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть