Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан – бер кешегә иҫәптә түләүле хеҙмәттәр күләме буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында

Иҡтисад

Башҡортостан халҡына 141,2 миллиард һумлыҡ түләүле хеҙмәттәр күрһәтелгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстатта. Был күрһәткес уҙған йылдағына ҡарағанда 1,1 процентҡа күберәк. Республика бер кешегә иҫәптә түләүле хеҙмәттәр күләме буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урын биләй. Башҡортостанда йыл башынан ул 34,7 мең һумды тәшкил иткән, шул уҡ мәлдә уларҙың 3,9 меңе көнкүреш характерындағы хеҙмәттәргә тура килә.

Статистиктар мәғлүмәттәре буйынса, коммуналь, транспорт, элемтә, көнкүреш һәм торлаҡ хеҙмәттәре (76,3%) иң күп ҡулланылғандары булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә (16,7 процентҡа), санатор-һауыҡтырыу ( 9,3 процентҡа) һәм ҡунаҡханалар хеҙмәтенә лә һорау арта.

Түләүле хеҙмәттәр баҙарында бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары ла әүҙем эшләй. Дөйөм хеҙмәттәрҙең 52,4 проценты уларҙың өлөшөнә тура килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть