Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66

EUR 72.11

27 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә бизнестың социаль яуаплылығы баһаланасаҡ

Иҡтисад

22 ноябрҙә Өфөлә II «Бизнестың социаль яуаплылығы: теория, методология, практика» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы асыласаҡ.

Форум Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад институты майҙансығында үтәсәк. Йәмғиәт, бизнес һәм дәүләттең үҙ-ара килешеп эш итеүе, социаль баҙар иҡтисады теорияһының яңы аспекттары конференцияла тикшереләсәк төп темалар буласаҡ.

Сарала Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров, Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад институты директоры Урал Ғибәҙәтов, Рәсәй Федераль йыйылышы Федерация Советының социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Анатолий Бондарук ҡатнашасаҡ. Форум ике көн дауам итәсәк.

автор: Ғәлиә Нәбиева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть