6 декабрь, Шишәмбе

21 ноябрь 2011 йыл, 16:45

Баш ҡалала вакансиялар тағы ла кәмегән

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә вакантлы урындар һаны аҙна эсендә тағы ла кәмегән, бөгөнгө көнгә ул 11 меңдән аҙ ғына ашыуыраҡ тәшкил итә. Көсөргәнешлек коэффициенты ла артҡан һәм әлегә 0,84-кә тиң. Әммә әүәлгесә бер вакансияға бер кешенән дә әҙерәк тура килә.

Өфөнөң мәшғүллек хеҙмәте органдарында бөгөн 8600-ҙән ашыу эшһеҙ иҫәптә тора, уларҙың 7700-ҙән ашыуы пособие ала. Башҡортостандың баш ҡалаһында эшһеҙлек кимәле 1,55 процентҡа тиң.

Өфөнөң Мәшғүллек үҙәгендә йәмғеһе 9300-ҙән ашыу кеше иҫәптә тора, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.