Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә иң яҡшы башҡорт милли костюмдары билдәләнәсәк

Йәмғиәт

Өфөлә «Башҡорт милли костюмы – быуаттар мираҫы» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Сараны ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.

Башҡортостандың 20 муниципалитет вәкилдәре үҙ эштәрен киләһе ете номинацияла тәҡдим итте: «Этнографик костюм», «Заманса костюм», «Милли туй костюмы», «Ирҙәр баш кейеме», «Сәхнә костюмы», «Милли костюмдағы ҡурсаҡ», «Эскиздар конкурсы».

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 24 ноябрҙә 11 сәғәттә Өфөлә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайының бәләкәй залында үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть