4 декабрь, Йәкшәмбе

21 ноябрь 2011 йыл, 16:13

Күмертау хакимиәте башлығы ҡала студенттары менән осрашты

автор: Марина Шумилова

Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляев ҡала йәштәре – юғары уҡыу йорттары студенттары, урта һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары менән осрашты. Осрашыуҙа ҡала округы Советы рәйесе Олег Астахов, ҡала Советы депутаттары, педагогтар ҡатнашты.

— Студенттар Күмертауҙа айырым бер атмосфера, кәйеф һәм ҡала үҫешенең үҙенсәлекле векторын булдыра, — тип билдәләне осрашыуҙа Борис Беляев. — Күмертау — республиканың көньяғындағы һөнәри әҙерлек үҙәге, ҡалала шәхес булараҡ үҫеү, профессионализм һәм социализация өсөн һәйбәт шарттар булдырылған. Үҙеңде күрһәтеү һәм үҫеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.

Студенттар өсөн яҡын аралағы перспективалар, йәш белгестәрҙең хеҙмәт баҙарында үҙенә урын таба алыуы ҡала властарының уҡыусы йәштәр менән әңгәмәһендә төп тема булды. Күмертау хакимиәте башлығы йәштәргә ҡаланың социаль-иҡтисади хәле һәм үҫеш перспективалары, булған проблемаларҙы хәл итеүгә бәйле пландары тураһына һөйләне һәм, йәш быуын яңы уй-фекерҙәр тәҡдим итер, Күмертау халҡының тормош сифатын яҡшыртыуҙа әүҙем ҡатнашыр, тигән ышанысын белдерҙе.