Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Дмитрий Медведев менән Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау торошон тикшерҙе

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Өфөгә эш сәфәре аҙағында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Унда республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы торошо тикшерелде.

Дмитрий Медведев Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына юғары баһа бирҙе.

— Ауыр осраҡтарҙа махсус медицина ярҙамын күрһәтеүҙән тыш, шулай уҡ амбулатор дауалауҙың, ауырлыларға ярҙам күрһәтеү системаһының үҫеше мөһим. Республика ҙур, бынан тыш бындай проекттар демографик хәлде яҡшыртыуҙа ярҙам итә, — тип билдәләне ил башлығы.

Рөстәм Хәмитов һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда был юҫыҡта күп нәмәләр эшләнеүе хаҡында һөйләне.

— Тәү сиратта, ҡалаларҙа ғына түгел, ауыл ерендә лә балаларға ярҙам күрһәтеүгә иғтибар бүләбеҙ, — тине ул. – Алдағы аҙнала республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарының береһендә республиканың күсмә Советы үтәсәк, Башҡортостандың был өлөшөндә һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһы сиктәрендә биш район өсөн төбәк-ара медицина үҙәге төҙөләсәк. Унда ауыл халҡына юғары технологиялы ярҙам күрһәтеләсәк.

Башҡортостан Президенты бының айырыуса республика өсөн көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, сөнки төбәктә халыҡтың 40 проценты ауылдарҙа йәшәй. Рөстәм Хәмитов ауыл ерендә фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшмәкәрлеге өсөн дә уңайлы шарттар булдырылыуын билдәләне. Быйыл ғына бында 100-ҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Шул уҡ ваҡытта Үҙәк район дауаханалары базаһы ла нығытыла, заманса төбәк-ара медицина үҙәктәре төҙөлә.

— Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ике йыл эсендә 15 миллиард һумдан ашыу аҡса үҙләштереләсәк, бындай ҙур аҡсалар өлкәгә тәүгә йүнәлтелә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – 2012 йыл тамамланыуға һаулыҡ һаҡлау торошоноң яңы сифатына күсәсәкбеҙ.

Республика башлығы Дмитрий Медведевҡа республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге бер нисә эре проекты хаҡында һөйләне һәм федераль үҙәктең Башҡортостанға күрһәткән ярҙамы өсөн Рәсәй Президентына рәхмәтен белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть