Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Сервис инновациялары һәм перспективалары» тикшереләсәк

Иҡтисад

7 декабрҙә Өфөлә VIII «Сервис инновациялары һәм перспективалары» халыҡ-ара фәнни-техник конференцияһы асыласаҡ. Форум Башҡортостанда Халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү үҙәге ойошторолоуына 50 йыл тулыуға һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы юбилейына арнала. Сараның ойоштороусыһы булып БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты ярҙамында Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы сығыш яһай.

Конференцияла республика муниципалитеттарының, тармаҡ йәмәғәт ойошмаларының, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе ветерандары советының вәкилдәре, эшҡыуарҙар һәм студенттар ҡатнашасаҡ.

Тематик секциялар үткәреү планлаштырыла. Уларҙың береһе халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү проблемаларына, был өлкәләге эшҡыуарлыҡ торошон анализлауға һәм уны үҫтереүгә, инновацион системаларҙы үҫтереүгә һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләргә арналасаҡ. Конференция сиктәрендә йәштәр өсөн ғилми мәктәп эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть