10 декабрь, Шәмбе

21 ноябрь 2011 йыл, 15:32

Башҡортостан – көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса иң ойошҡан төбәктәрҙең береһе

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Үҙәк хәрби округының хәрби комиссариаттары бөгөн 600-ҙән ашыу егетте Үҙәк һәм Көнсығыш хәрби округтар ғәскәрҙәренә хәрби хеҙмәткә оҙатасаҡ.  

Көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһында Үҙәк хәрби округының 29 хәрби комиссариаты планлаштырылған 60 меңдән 21 мең буласаҡ һалдатты хәрби хеҙмәт үтеү урындарына ебәргән.

Башҡортостан 2011 йылдың көҙгө саҡырылыш осоронда 6 мең самаһы йәш егетте Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә оҙатасаҡ. Үҙәк хәрби комиссариатында билдәләүҙәренсә, беҙҙең республика, Красноярск крайы һәм Татарстан менән бер рәттән, хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһын үткәреү буйынса иң ойошҡан төбәктәрҙең береһе булып тора. Был йәһәттән Алтай һәм Пермь крайҙары, Төмән һәм Силәбе өлкәләре яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

Көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы 31 декабрҙә тамамланасаҡ.