4 декабрь, Йәкшәмбе

21 ноябрь 2011 йыл, 14:56

«Һаулыҡ» милли проекты демографик хәлде яҡшыртыуҙа ярҙам итте – Дмитрий Медведев

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәйҙә демографик хәл ярайһы уҡ яҡшырҙы. Был хаҡта төбәк киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев хәбәр итте.

Ул Башҡортостан кеүек ҡайһы бер төбәктәрҙең был йәһәттән ыңғай яҡҡа үҫешеүен билдәләне. Был тыуым һанының үлемгә ҡарағанда күберәк булыуын аңлата.

— Демография мәсьәләһенә етди тотондоҡ, — тине Президент. — «Һаулыҡ» милли проектын һәм демографияға ярҙам итеү программаһын башлап ебәреүҙә ҡатнашыуыма шатмын.

Дмитрий Медведев һүҙҙәре буйынса, Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа ғүмер оҙонлоғо күпкә артҡан. Күптән түгел ир-аттарҙың ғүмер оҙонлоғо – 59 йәш, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы – 67 йәш тәшкил итә ине. Хәҙер ир-аттар ҙа уртаса – 65, ҡатын-ҡыҙҙар 74 йәшкә тиклем йәшәй.

Президент илдә әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам итеү өсөн нимәләр эшләнеүе хаҡында һөйләне. Тәү сиратта, был, әлбиттә, әсәлек капиталы. Дмитрий Медведев һүҙҙәре буйынса, тәүҙә быға ышанып уҡ етмәһәләр ҙә, тыуымды матди йәһәттән дәртләндереү ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә килтергән.

Әсәлек капиталынан тыш, илдә төбәк әсәлек капиталы ла булдырылған. Бөгөн иң бәләкәй төбәк әсәлек капиталы 50 мең һум тәшкил итә.

Дмитрий Медведев һүҙҙәренсә, икенсе балаға ғына түгел, өсөнсөһөнә лә матди ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе ҡуҙғатыла. Ыңғай демографик кимәлгә етеү өсөн ғаиләлә кәм тигәндә ике бала булырға тейеш. Беҙҙә был уртаса статистик күрһәткес 1,6 кимәлендә. Шуға күрә ғаиләлә өс бала булыу зарур. Бындай дәртләндереү сараһы булараҡ ил етәкселеге бушлай ер участкалары бүлеү идеяһын тәҡдим итте. Тейешле федераль закон ҡабул ителде, төбәктәрҙә был закон йыл аҙағынаса ҡабул ителергә тейеш.

Дмитрий Медведев Европала, Рәсәйҙәге кеүек, әсәләр капиталының булмауын билдәләне.