5 декабрь, Дүшәмбе

21 ноябрь 2011 йыл, 14:28

Өфөлә «Байрам индустрияһы – Яңы йыл» күргәҙмәһе көтөлә

автор: Ғәлиә Нәбиева

7 декабрҙә Өфөлә «Байрам индустрияһы – Яңы йыл» байрам продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк. Раштыуа йәрминкәһен ҡала хакимиәте ярҙамында БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Башҡортостан күргәҙмә компанияһы ойоштора.

Күргәҙмә республиканың баш ҡалаһында етенсе йыл рәттән үткәрелә һәм һәр ваҡыт ҡаланың Яңы йыл алды тормошондағы сағыу ваҡиғаға әүерелә. Йыл һайын унда Рәсәйҙең төрлө төбәгенән йөҙҙән ашыу фирма ҡатнаша. Йола буйынса Башҡортостандың, Татарстандың, Мәскәү, Һамар, Свердловск, Силәбе, Ульяновск өлкәләренең, Санкт-Петербургтың, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең етештереүселәре үҙенең экспозицияларын әҙерләй. Уларҙың барыһы ла Яңы йыл тауарҙарының бай ассортиментын тәҡдим итеп, күргәҙмәгә килеүселәргә байрам кәйефе бүләк итергә әҙер.

Күргәҙмәнең ҙур бер бүлеге байрам күлдәктәренә, корпоратив бал кейемдәренә, карнавал костюмдарына арналасаҡ. Бында һәр кем үҙе һәм дуҫтары өсөн матур бүләктәр – ҡулдан эшләнгән кәнфиттәр, татлы бүләктәр, косметика һәм бижутерия, йорт һәм интерьер өсөн әйберҙәр һәм башҡаһын таба аласаҡ. Шыршы уйынсыҡтары һәм биҙәү әйберҙәре, яһалма шыршылар, гирляндалар, байрам декоры элементтары, фейерверктар һәм пиротехника ла тәҡдим ителәсәк.

Күгәҙмә сиктәрендә «Art-Ёлка» дизайнер оҫталығы конкурсын үткәреү ҡаралған. 2010 йылда был проектта йөҙҙән ашыу профессиональ һәм һәүәҫкәр дизайнерҙар ҡатнашып, бихисап үҙенсәлекле идеялар тәҡдим иткәйне. Конкурста ҡатнашыуға заякалар әле һаман ҡабул ителә.