10 декабрь, Шәмбе

21 ноябрь 2011 йыл, 13:39

Республикала 1,4 млн квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан территорияһында ағымдағы йылдың туғыҙ айында дөйөм майҙаны 1,4 миллион квадрат метрлыҡ 15,8 мең фатир сафҡа индерелгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 103,2%. Шәхси төҙөүселәр менән дөйөм майҙаны 1,1 млн кв. метрлыҡ 10,4 мең шәхси йорт төҙөлгән, бындай йорттар өлөшө дөйөм сафҡа индерелгән торлаҡтың 77,9 процентын тәшкил иткән.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылдың ғинуар-октябрендә республиканың эре һәм уртаса ойошмалары менән башҡарылған финанс һалыу күләмдәре 1418,4 млрд һумды тәшкил иткән. Был күрһәткес 2010 йылдың ғинуар-октябренә ҡарата 5,2 тапҡырға артҡан.

«Төҙөлөш» эшмәкәрлеге төрө буйынса башҡарылған эштәр күләме 2011 йылдың ғинуар-октябрендә 82208,9 млн һум күләмендә баһалана йәки 2010 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 109,1%.

темалар: төҙөлөш, торлаҡ