10 декабрь, Шәмбе

21 ноябрь 2011 йыл, 13:25

Нефтекамала Дума һайлауҙарында 49 һайлау участкаһы эшләйәсәк

автор: Марина Шумилова

Нефтекамала Дума һайлауҙарындағы электораль исемлеккә 98 меңдән ашыу һайлаусы индерелгән.

«Башинформ» агентлығына территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы Дилүс Фәрүәзовтың хәбәр итеүенсә, 4 декабрҙә 49 һайлау участкаһында тауыш биреү үтәсәк, шуларҙың 45-е – Нефтекамала, ҡалған дүртәүһе ҡала янындағы ауылдарҙа урынлашҡан. Һайлау участкалары йәнә Үҙәк ҡала дауаханаһында һәм психо-неврологик интернатта ойоштороласаҡ. Ҡала округының ике һайлау участкаһында бюллетендәрҙе электрон эшкәртеү комплекстары эшләйәсәк.

Нефтекамалағы һайлау алды агитацияһының төп «рупоры» — ҡаланың «Красное знамя» гәзите, бында һайлау марафонында ҡатнашыусылар – сәйәси партиялар үҙҙәренең һайлау алды материалдарын баҫтыра. Территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы билдәләүенсә, һайлауға ваҡыт аҙыраҡ ҡала барған һайын, һайлау алды агитацияһы әүҙемләшә. Киләһе аҙнала халыҡ менән осрашыу өсөн ҡалаға бер нисә партиянан кандидаттарҙың килеүе көтөлә. 2007 йылда Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа халыҡ күп ҡатнашҡан (87% халыҡ тауыш биргән), Дилүс Фәрүәзовтың әйтеүенсә, быйылғы һайлауҙы ла ҡалала ҙур ҡыҙыҡһыныу менән көтәләр.

темалар: һайлау