3 декабрь, Шәмбе

21 ноябрь 2011 йыл, 13:16

Баҫма матбуғат йәшәйәсәк, тип иҫәпләй Дмитрий Медведев

автор: Евгений Рәхимҡолов

Баҫма матбуғат электрон баҫмалар менән бер рәттән оҙаҡ ваҡыт йәшәйәсәк. Бындай фекерҙе Өфөлә төбәк киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа ил Президенты Дмитрий Медведев белдерҙе.

Уның фекеренсә, көндәлек гәзиттәр миллионлаған тираж менән сыҡҡан дәүер үтте, һәм ул үҙе интернет яҡлы. Шул уҡ ваҡытта, Президент һүҙҙәренсә, һуңғы ваҡытта ул гәзиттәрҙе йышыраҡ уҡый, сөнки баҫмаларҙың күпселеге электрон төрҙә сыға башланы.

— Улар тулыһынса баҫма матбуғатты ҡабатлай, — тине Дмитрий Медведев. – Күпселек илдәрҙә был ике донъя параллель рәүештә йәшәй. Киләсәк интернет менән бәйле булһа ла, баҫма матбуғат йәшәйәсәк.