Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Һайлау бюллетендәре тейәлгән машиналар территориаль һайлау комиссияларына йүнәлде

Йәмғиәт

БР Үҙәк һайлау комиссияһының заказы буйынса «Белая река» нәшриәте алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа тауыш биреү өсөн 3067700 һайлау бюллетене сығарған. Был сама бюллетендәр иҫәбе Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы менән билдәләнгән.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, республика Үҙәк һайлау комиссияһының һайлау бюллетендәрен етештереү һәм тапшырыуға контроль буйынса эш төркөмө ағзалары (Рөстәм Бикмәтов, Валерий Гета, Михаил Егоров, Марат Хәкимов) заказ үтәлешен, артабан бюллетендәрҙе төргәктәргә төрөүҙе контролдә тотҡан һәм төргәктәрҙе Башҡортостан территориялары буйынса таратыуҙа туранан-тура ҡатнашҡан.

ГЛОНАСС приборҙары менән йыһазландырылған махсус элемтә машиналары менән һайлау бюллетендәре Бөрө, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Өфө кеүек Башҡортостан территорияларының территориаль һайлау комиссияларына оҙатылған.  

БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларының «Белая река» нәшриәтенән һайлау бюллетендәрен алғанда, артыҡ бюллетендәрҙе юҡ иткәндә һәм уларҙы махсус элемтә хеҙмәткәрҙәренә тапшырғанда «Ғәҙел Рәсәй» һәм «Хаҡ эш» сәйәси партиялары вәкилдәре, сит ил күҙәтеүселәре һәм журналистар ҙа ҡатнашҡан.

Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть