Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Дмитрий Медведев: «Башҡортостан үҫеше шик тыуҙырмай»

Сәйәсәт

Башҡортостандың бөтә өлкәләрҙә лә уңышлы үҫешеүе шик тыуҙырмай. Бындай фекерҙе Өфөлә төбәк киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа ил Президенты Дмитрий Медведев белдерҙе.

Президент һүҙҙәренсә, республика торошо хаҡында ул Башҡортостан етәкселеге тарафынан ебәрелгән күрһәткестәрҙән генә түгел, Өфөгә визиты дауамында күргән объекттарҙан сығып та фекер йөрөтә. Тәү сиратта был заманса медицина техникаһы менән йыһазландырылған Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы.

Ил Президенты күп төрлө дауаханалар күреүе һәм Башҡортостан табиптарының ысынында ла ҡатмарлы операциялар эшләүгә һәләтле булыуы хаҡында белдерҙе.

— Был бик мөһим, — тип иҫәпләй Дмитрий Медведев, — сөнки республика территория буйынса ла, халыҡ иҫәбе буйынса ла ҙур төбәк. Ауыр операцияларға сираттар булырға тейеш түгел.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть