10 декабрь, Шәмбе

21 ноябрь 2011 йыл, 11:16

Рөстәм Хәмитов «Өфө-Арена»ның икенсе сиратын сафҡа индереүгә бәйле тантанала ҡатнашты

автор: ИА "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

20 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Өфө-Арена» универсаль спорт аренаһының икенсе сиратын асыу тантанаһында ҡатнашты. Республика башлығы байрамға йыйылғандарҙы ҡотлап, шайба ырғытыу йолаһын үтәне һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубының үҫмерҙәр командаһы араһындағы матчты ҡараны, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Тантанала сығыш яһап, республика башлығы, «беҙҙең республикала һәйбәт спорт объекттары төҙөлөүенең дауам ителгәненә һоҡланып ҡарайым», тип билдәләне. Яңы спорт комплексын ул «бик ҡыҙыҡлы, матур, республика өсөн кәрәкле » объект тип атаны.

— Беҙҙә, Өфөлә, яҡын киләсәктә йәштәр араһында шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты, Бөтә донъя балалар уйындары кеүек ҙур ярыштар үткәреләсәк. Һәм был зал, был боҙ мотлаҡ файҙаланыласаҡ, бында ҡыҙыҡлы баталиялар, мауыҡтырғыс ярыштар үтәсәк, уларҙы беҙҙең ҡала, илебеҙ көйәрмәндәре генә түгел, бөтә донъя күҙәтәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов. Ул «ошо матур боҙ һарайын төҙөүгә үҙенең күңелен һалған төҙөүселәргә» рәхмәтен белдерҙе, йәш хоккейсыларға,фигуристарға яҡшы һөҙөмтәләр теләне.

Белешмә өсөн. «Өфө-Арена» универсаль спорт аренаһы Башҡортостандағы яһалма боҙло иң ҙур спорт ҡоролмаһы булып тора – уның дөйөм майҙаны 30 мең квадрат метрға тиң. Комплекс 7950 тамашасыға иҫәпләнгән төп боҙ майҙансығынан һәм әле асылған 650 тамашасылыҡ бәләкәй аренанан тора.  Объекттың икенсе сираты 2010 йылдың майында төҙөлә башлай. Төҙөлөштөң дөйөм смета хаҡы 562 млн һум тәшкил иткән – аҡса республика һәм федераль бюджеттарҙан, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан йүнәлтелгән.

Яңы комплекстың биш ҡатлы бинаһы боҙ майҙанын, хоккей ярыштары үткәреү өсөн аренаны, волейбол, гандбол, баскетбол буйынса күнекмәләр үткәреү өсөн универсаль уйын залын, медицина-һауыҡтырыу һәм ярҙамсы биналарҙы, шулай уҡ ике ҡатлы 222 урынлыҡ машиналар ҡуйыу майҙанын үҙ эсенә ала.