10 декабрь, Шәмбе

21 ноябрь 2011 йыл, 11:30

Һәр муниципалитет ни өсөн яуап биргәнен яҡшы аңларға тейеш – Дмитрий Медведев

автор: Сергей Захаров

— Федераль үҙәк менән төбәктәр араһында хоҡуҡтар бүлеү системаһының универсаль моделе юҡ, — тип белдерҙе Өфөлә Волга буйы төбәктәренең киң мәғлүмәт саралары етәкселәре менән осрашыуҙа Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев.

«Хоҡуҡтарҙы бүлеү өсөн, ахыр сиктә төбәктәрҙә лә, муниципалитеттарҙа ла аҡсалар күберәк булһын өсөн Вице-премьерҙар Козак менән Хлопонинға ике эш төркөмөн булдырырға ҡуштым, — тип хәбәр итте Рәсәй Президенты. – Улар трансферттар һәм дотациялар ғына түгел, ә үҙҙәренең килем сығанаҡтары иҫәбенә лә йәшәргә тейеш, бындай сығанаҡтарҙы булдырырға һәм уларҙы хеҙмәтләндерергә кәрәк».

— Әммә нимә генә булдырмаһаҡ та, ул идеаль система булмаясаҡ, сөнки тормош бер урында тормай. Әле оптималь конструкция төҙөйәсәкбеҙ, тип уйлайым. Ул 5, 7, 10 йыл дауамында эшләйәсәк, әммә аҙаҡтан барыһын да үҙгәртергә тура киләсәк. Бөтә илдәрҙә лә шулай. Йәшәү шарттары үҙгәрә, килем алыу, һалым түләү шарттары үҙгәрә. Быларҙың барыһы ла Рәсәй кеүек ҡатмарлы илдәрҙә хоҡуҡтарҙы даими рәүештә бүлеп торорға мәжбүр итә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Медведев.

«Универсаль сараларҙы көтөргә кәрәкмәй, әммә килемдәрҙе ғәҙел бүлеү өсөн, муниципалитеттар күберәк аҡса алып, уларҙы үҙҙәренсә тотона алһын өсөн, саралар заманса, һөҙөмтәле һәм бөгөнгө хәлгә йүнәлтелгән булырға тейеш,» – тип билдәләне ил башлығы.

— Һәр муниципалитет ни өсөн яуап биргәнен аңларға тейеш, шулай уҡ нимәгә эйә була алыуын, ә нимәләрҙең бер ҡасан да булмаясағын яҡшы белергә тейеш, — тип белдерҙе ил Президенты.

«Төркөмдәр үҙ эшен алып бара, яҡын арала улар был конструкцияның нисегерәк эшләйәсәге хаҡында тулы отчет бирергә тейеш, -  тине Дмитрий Медведев. – Аҙаҡтан Хөкүмәт менән кәрәкле төҙәтмәләр индерәсәкбеҙ».