9 декабрь, Йома

21 ноябрь 2011 йыл, 10:21

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев булып китте

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

19 ноябрҙә Башҡортостанда эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев булып китте. Өфө аэропортында ил башлығын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды, тип хәбәр итте республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Дмитрий Медведев менән Рөстәм Хәмитов Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында булды, унда улар оксигенация өсөн аппараттар ҡараны, шулай уҡ үткәрелгән операциялар тураһында мәғлүмәт базаһы менән танышты.

Бынан һуң Дмитрий Медведев Рөстәм Хәмитов менән бергә бөйөр күсереп ултыртыу буйынса операция кисергән ауырыуҙар менән аралашты. Табиптар быйыл клиникала 23 бындай операция үткәрелеүе хаҡында һөйләне. Шулай уҡ Рәсәй Президентына 73 йәшлек пациентҡа ҡорһаҡ аортаһын эндопротезлау буйынса дауаханала үткәрелгән бик ауыр операциянан видеояҙма күрһәттеләр.

— Элегерәк бындай операциялар Европаның иң яҡшы дауаханаларында ғына эшләнгән, хәҙер юғары технологиялы медицина ярҙамын беҙҙең пациенттарға ла күрһәтә алабыҙ, — тип һөйләне бүлек мөдире Әмир Хәмитов.

Бындай операция ике сәғәт дауам итә, тип аңлаттылар табиптар.

Артабан Рәсәй Президенты дауахана хеҙмәткәрҙәре менән осрашты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Дмитрий Медведев Башҡортостанға икенсегә килде. Февралдә Өфөлә ул Рәсәй йәмғиәтендә милләт-ара татыулыҡты нығытыу сараларына арналған Дәүләт Советы Президиумы ултырышын үткәргәйне.

темалар: президент