10 декабрь, Шәмбе

18 ноябрь 2011 йыл, 17:06

Йәмғеһе 12 гектарға тиң 30 сүплек табылған

автор: Галина Бахшиева

Һуңғы өс ай эсендә Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре 30 санкцияланмаған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сүплеген асыҡлаған. Сүплектәрҙең дөйөм майҙаны – 12 гектар. Уларҙың барыһы ла ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларында, урман фонды ерҙәрендә һәм ауыл биләмәләрендә урынлашҡан.  

— Ағымдағы йылдың октябрендә Идаралыҡ тарафынан Өфөлә, Иглин, Архангел, Шишмә, Нуриман, Дәүләкән һәм Өфө райондарында санкцияланмаған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сүплектәрен асыҡлау маҡсатында биләмәләрҙе тикшереү ойошторолдо. 25 ноябргә тиклем шундай уҡ рейд тикшереүҙәре Өфөлә һәм Өфө районында дауам итәсәк, — тип һөйләне Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығының матбуғат секретары Антон Волков.

Ведомство вәкиле һүҙҙәре буйынса, асыҡланған санкцияланмаған сүплектәр тураһындағы материалдар хоҡуҡ боҙоусыларға яза биреү һәм сүплектәрҙе юҡ итеү буйынса тейешле саралар күрелһен өсөн төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына йүнәлтелгән. Бынан тыш, рейд тикшереүҙәре һөҙөмтәләре тураһындағы мәғлүмәт прокуратураға йүнәлтелгән.