9 декабрь, Йома

18 ноябрь 2011 йыл, 16:18

Башҡортостанда Благовар ҡошсолоҡ фабрикаһы ҡалдыҡтарын яр буйына сығарып түккән

автор: Галина Бахшиева

Благовар районының Ҡашҡалаша ауылы халҡы ялыуы буйынса Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығы «Благовар» тоҡомло ҡошсолоҡ заводы» дәүләт унитар предприятиеһына ҡарата административ тикшеренеү үткәрә. Предприятие үҙенең производство ҡалдыҡтарын Уҙы йылғаһының һыу һаҡлау зонаһына сығарып түккән.

— Тикшеренеү барышында тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоу факттары раҫланды. Административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылды. Шулай уҡ лаборатория тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса тейешле саралар күреләсәк. Тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыян күләме әлегә асыҡлана, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығының матбуғат секретары Антон Волков.