9 декабрь, Йома

18 ноябрь 2011 йыл, 16:01

«Өфө» аэропортында 1 миллион 500 меңенсе пассажир теркәлде

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында бөгөн йыл башынан алып 1 миллион 500 меңенсе пассажир теркәлде. Ул «Аэрофлот» авиакомпанияһы рейсы менән Мәскәүгә командировкаға юлланған өфөлө Максим Ҡасимов булып сыҡты.

Егеткә 25 йәш, авиаташыусыларҙың хеҙмәттәре менән ул бик йыш – кәм тигәндә айына бер тапҡыр файҙалана. Үҙе әйтеүенсә, уға «Өфө» аэропортында хеҙмәтләндереүҙәре оҡшай: бында тыныс, шау-шыу, ығы-зығы юҡ, яғымлы персонал эшләй, осоштар расписаниеһы ла уңайлы.

«Юбилейлы» пассажирға аэропорттан бүләк итеп бизнес-залда бер тапҡыр хеҙмәтләндереүгә, ресторанда ашап сығыуға, аэротакси хеҙмәтенә һәм автомобиль йыуыуға дүрт сертификат тапшырылды. «Аэрофлот» авиакомпанияһынан Максим Ҡасимов плед алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, «юбилейлы» пассажирҙарҙы бүләкләү Өфө аэропортында матур йолаға әүерелде. Августа авиапредприятие шулай уҡ Өфө — Мәскәү маршруты буйынса осорға йыйынған миллионынсы пассажирын ҡотлағайны.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса баш белгесе Таһир Мөхәмәтшиндың әйтеүенсә, быйыл йәмғеһе 1,7 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндереү планлаштырыла. Был уҙған йылдар менән сағыштырғанда пасажирҙар ағымының күпкә артыуын дәлилләй. Мәҫәлән, 2009 йылда «Өфө» аэропорты – 1,2 миллион пассажирҙы, ә 2010 йылда  миллион ярым пассажирҙы хеҙмәтләндергән. Аэропортта көн һайын 6000-дән ашыу пассажир хеҙмәтләндерелә. Айырыуса халыҡ-ара йүнәлештәрҙә пассажирҙар артыуы һиҙелә.