9 декабрь, Йома

18 ноябрь 2011 йыл, 15:49

Аҡбирҙе ауылы мәсетендә балалар өсөн байрам үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөгөн Иглин районының Аҡбирҙе ауылы мәсетендә ауылда йәшәүсе Кәрим һәм Раушания Байҙановтар ғаиләһе тарафынан ойошторолған балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр өсөн байрам үтте.

Кескәйҙәр өсөн мәсет буйлап экскурсия ойошторолдо, өлкәндәр башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың милли традициялары тураһында һөйләне. Шулай уҡ ололар балаларҙан тыуған ауылдары, уның кешеләре, мәсет тураһында һорашты, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына мәсеттең имам-хатибы Рөстәм Ҡорбанов.

— Балаларҙың күп һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүе мине шатландырҙы, — тине Рөстәм хәҙрәт. – Мәҫәлән, улар мәсеткә ғибәҙәт ҡылыу өсөн йөрөгәндәрен белә, Аҡбирҙе ауылы тураһында ла яҡшы белә.

Мәсеттә балалар төрлө уйындар уйнаны, йәнһүрәт ҡараны, аҙаҡтан тәмлекәстәр менән сәй эсте.

Рөстәм Ҡорбанов һүҙҙәренсә, мәсет урындағы ауыл советы, ауылдың белем һәм тәбиә биреү учреждениелары менән тығыҙ бәйләнеш тота. Шулай итеп, Ҡорбан байрамы алдынан имам-хатиб балалар баҡсаһында үткән «Көҙ менән хушлашыу» байрамында булды һәм һәр сабыйға күстәнәс өләште. Йыл һайын урындағы аҡһаҡалдар мәсет исеменән беренсе синыфҡа барыусы балаларға татлы сувенирҙар, өҫтәл уйындары һәм канцелярия тауарҙары бүләк итә. Алдағы ваҡытта мәсеткә мәктәп уҡыусылары һәм өлкәндәр төркөмдәре киләсәк, улар өсөн махсус саралар ойоштороласаҡ.

темалар: дин, балалар